Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Декабрь 2020, 16:32

Илеш районының Андреевка ауылы халҡы шәп бүләккә эйә булды!

Уның хаҡы – 7,5 миллион һум.

Илеш районының Андреевка ауылында моделле китапхана асылды. Яңыртыу һәм ремонт эштәренә федераль бюджеттан һәм республика бюджетынан 7,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Ауыл китапханаһын хәҙер танырлыҡ түгел: майҙаны ҙурайтылған, китап уҡыусылар ваҡытын уңайлыҡта һәм файҙалы үткәрһен өсөн матур залдар булдырылған.
Ошо көндәрҙә китапхананы асыу тантанаһы үтте. Иң тәүҙә Илеш районының үҙәк китапханалар системаһы директоры Айгөл Яҡупова ҡунаҡтарҙы китапхана менән таныштырҙы. «Андреевка ауылының моделле китапханаһы яңы быуын китапханаһы статусын алғас, мәғлүмәти, мәҙәни-мәғариф, йәштәр һәм ғаилә үҙәгенә әүерелде», — тип белдерҙе Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шәфиҡова.
Барлыҡ мәғлүмәти ресурстарға инеү мөмкинлеге биргән электрон уҡыу залы, робототехника, компьютерға өйрәтеү, хореография, ҡурсаҡтар тегеү түңәрәктәре, балалар мультстудияһы, урындағы ДОСААФ бүлеге менән берлектә булдырылған Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү залдары – быларҙың барыһы ла хәҙер Андреевка китапханаһында бар.
Бында кесеһе лә, олоһо ла үҙенең күңеленә ятҡан файҙалы шөғөл таба ала. Мәктәпкә бармаған кескәй генә балалар өсөн балалар зонаһы асылған, унда ниндәй генә китап, ниндәй генә уйын юҡ, хатта проектор ярҙамында йондоҙло күкте лә күҙәтергә мөмкин. Йәштәр һәм өлкән кластар өсөн «Кванториум» танып белеү зонаһы бик файҙалы буласаҡ.
Шулай уҡ китапхана төрлө киң күләмле сараларҙы үткәреү өсөн интерактив, тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Китап уҡырға яратыусылар өсөн айырым йомшаҡ зона - «тыныслыҡ» зонаһы бар, унда йомшаҡ креслолар, кәштә һәм уңайлы ултырғыстар бар.
«Уңайлы йыһаздар, заманса технологиялар ярҙамында китапхана үҙ маҡсаттарына ирешәсәк. Ә уның төп маҡсаттары – бар ауыл халҡын китапханаға йәлеп итеү, улар өсөн яҡшы һәм уңайлы шарттар булдырыу, ижади һәләттәрен асыуға булышлыҡ итеү», — тип билдәләне Илеш районының үҙәк китапханалар системаһы директоры Айгөл Яҡупова.
2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында Дүртөйлө, Туймазы, Благовар, Илеш райондарында 4 моделле китапхана асылған. Уларға федераль бюджеттан 25 миллион һум аҡса бүленгән. Әлегә заманса китапханаларҙа килеүселәрҙең һаны 10-13 процентҡа артҡан.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас