Медицина учреждениеһы «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты ярҙамында төҙөлгән. Ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ҡабул итеү, прививка һәм процедуралар яһау, медикаменттар һаҡлау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған кабинеттар бар.
ФАП-ты асыу тантанаһында Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадырова, Оло Ыҡтамаҡ район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов һәм Яңы Яуыш ауыл советы башлығы Рөстәм Әхмәтйәнов ҡатнашты.
Тантаналы сарала ҡатнашыусылар Иҫке Мишәр ауылы халҡын ошо мөһим ваҡиға менән тәбрикләне һәм уңайлы шарттарҙа квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге булдырылыуын билдәләне.
Килгән ҡунаҡтар помещениены ҡарап сыҡты, уңайлыҡтарҙы һәм медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен баһаланы. ФАП-та тәжрибәле һәм юғары квалификациялы шәфҡәт туташы Зәлиә Әхмәтйәнова эшләйәсәк, ул заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған яңы бинала эш көнөн башлап ебәрҙе, пациенттарҙы ҡабул итте. Мишәрҙәр Башҡортостан етәкселегенә, һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.