БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быйыл август айында булған был хәл. Иҫерек ҡатын һүндерелмәгән тәмәкеһен һәм шырпыһын йорт күтәрмәһе янына ырғыта. Һөҙөмтәлә таҡтанан һалынған соланға ут тоҡана һәм тиҙ арала йортто ялмап ала. Хөкөм ителеүсе тулыһынса үҙ ғәйебен таныны, ти идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре. Уға 300 сәғәт мәжбүри эш тәғәйенләнгән. Суд ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән. Билдәле булыуынса, торлаҡһыҙ ҡалған ҡатын хөкөм ителеүсене ваҡытлыса йәшәп торорға индергән булған.