Урындағы етештереүселәр баш ҡаланың һигеҙ майҙансығында ит һәм тәбиғи ризыҡ тәҡдим итәсәк.
Өфөнөң Дим районында ауыл хужалығы продукцияһы Правда урамындағы юл участкаһында (Таллин урамынан алып М.Йәлил урамына тиклем) һатыласаҡ. Калинин районында йәрминкә — Интернациональ урам менән Машина төҙөүселәр урамы киҫелешендә, Киров районында – Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3,5,7-се йорттар алдындағы майҙанда, Ленин районында — Спорт һарайы алдында, Орджоникидзе районында — С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Совет районында Йәштәр һарайы алдында үтәсәк.
Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, өфөлөләр өсөн йәрминкәләрҙә иттән тыш башҡа ауыл хужалығы продукцияһы, шул иҫәптән һөт аҙыҡтары, картуф, йәшелсә, бал, он, ярма һәм кондитер изделиелары һатыласаҡ. Сауҙа сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем була.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.