Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2020, 06:10

Ә һеҙҙең яҡта мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уҡыймы?

"Мәҙәниәт" милли проектының "Ижади кешеләр" йүнәлеше буйынса кадрҙар әҙерләү дауам итә. Беҙҙең белгестәр илдең иң яҡшы вуздарында белемен камиллаштыра.

Дүртөйлө районында ла был эш әүҙем бара. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, быйыл квалификация күтәреү курстарында балалар сәнғәт мәктәбе, китапханалар, мәҙәниәт йорттары белгестәре уҡыған. Уларға Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында, Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында, Кемерово дәүләт мәҙәниәт институтында белем алыу бәхете тейгән.
Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәр онлайн уҡыған. Был формат белем сифатына кире йоғонто яһамай. Белгестәр ҡәнәғәт ҡалған. Кадрҙар әҙерләү киләһе йылдарҙа ла дауам итәсәк.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас