Өфөлә 65 йәшлек Әлфинә Хәсәнованы эҙләйҙәр. Ҡатындың хәтере юҡ, яңылыша. Әлфинәне һуңғы тапҡыр 14 декабрҙә күргәндәр.
Уның билдәләре: буйы 150 см, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле. Өҫтөнә тубыҡтан аҫҡа төшөп торған куртка кейгән, йылы ҡара салбарҙа .
Аҡылы теүәл булмаған был ҡатын сәйәхәт итергә ярата. Хәтерегеҙҙә булһа, былтыр ул документтарһыҙ Мәскәүгә осоусы самолет салонына инеп ултырғайны.Стюардессаға ул үҙен Марина Максимова тип таныштырған. Ярты йылдан һуң тағы юғала: трассанан китеп барғанда Иваново өлкәһенән табалар. Ул ваҡытта Ә. Хәсәнова үҙен Алевтина тип таныштырған, үткенсе машиналар менән Ивановонан Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡайтып барыуын әйткән.Ирекмәндәр «ҡасҡынсы»ны Өфөлә йәшәүсе туғандарына тапшырған. Был ҡатындың күрһәгеҙ, 8(800)-700-54-52 («Лиза Алерт») йәки 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.