Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Декабрь 2020, 14:33

Башҡорт википедистары еңеү яуланы

Башҡорт википедияһын төҙөүсе ирекмәндәр «Иң мөһим һүҙ» Бөтә Рәсәй телдәрҙең күп төрлөлөгөн һаҡлау буйынса йәмәғәт премияһы лауреаты булды.

2019 йылда ирекмәндәр «Иң яҡшы социаль башланғыс» номинацияһында иң яҡшылары тип табылһа, быйыл иһә «Айырым хеҙмәттәре өсөн» номинацияһында еңеп сыҡты. Быйылғы конкурста башҡорт википедистары «Башҡорт википедияһына – 15 йыл» проекты менән ҡатнашҡан.
«Иң мөһим һүҙ» — ул илебеҙҙең уникаль үҙенсәлеген – телдәрҙең күп төрлөлөгөн һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән дөйөм Рәсәй конкурсы. Илебеҙҙә 193 милләт вәкиле йәшәй, улар 300-гә яҡын телдә һәм диалектта һөйләшә. Ошо премия рус телен һәм Рәсәй халыҡтары телдәрен үҫтереүгә, танытыуға тос өлөш индергән кешеләргә дәртләндереү сараһы булып тора.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас