Кисә, 17 декабрҙә, Борай районында ҡурҡыныс аварияла ике машина янып көлгә әйләнгән. Бәхеткә күрә, был фажиғәлә бер кем дә зыян күрмәгән, тип хәбәр итә республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Өфө-Яңауыл юлының 136 километрында ВАЗ-2114 һәм «Nissan Primera» автомобилдәре ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Һөҙөмтәлә, ике машинаға ла ут ҡапҡан. Рәсәй автомобиленең руле артында ултырған 18 йәшлек водителде дауаханаға илткәнләр.
Әлеге ваҡытта авария урынында тикшереү бара.
Фото: Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте