

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән күсмә кәңәшмәлә әйтелеүенсә, беҙҙә киләсәктә канат транспорт системаһы үҫәсәк.
Әле йүнәлештәр һәм майҙан билдәләнгән. Фуникулерҙар өс яҡҡа йөрөйәсәк: Салауат Юлаев һәйкәленәсә, Ленин урамы киҫелешенә һәм Салауат баҡсаһына.
Транспорт канат юлы ҡала үҙәген Дим районы (кампус буласаҡ), Затон менән дә бәйләйәсәк. Инорс, Һупайлыға ла канат юлынан барасаҡбыҙ. Планда йәнә Миловка, Романовка ауылдары бар.
Андрей Назаров белдереүенсә, аҡсаны артыҡ күп һалмайынса, беҙ ҡалабыҙҙың транспорт системаһын яҡшыртасаҡбыҙ.
Канат юлдарын проектлау буйынса Швейцарияның «Бартолет Машиненбау АГ» компанияһы шөғөлләнәсәк. Был компания Мәскәүҙә лә эшләгән, тәжрибәһе ҙур.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.