17 декабргә ҡарата зарарланыусылар һаны 16785 булған. Тәүлек эсендә тағы ла 156 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Әлеге ваҡытта 3207 кеше ауырый. Шуларҙың 840-ы дауаханала ята, 2367 кеше өйҙә дауалана. 61 пациент ауыр хәлдә, 15 кеше үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.
Пандемия башланғандан алып, 13464 кешенең был ауырыуҙан һауығыуы билдәле, һуңғы тәүлектә тағы ла 92 кеше уларҙың сафын тулыландырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы өс кешенең үлеүе асыҡланды. Шулай итеп, ковид бөтәһе 114 кешенең үлеменә сәбәпсе булды.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә көндә 400-гә яҡын пневмония менән сирләүсе теркәлә. Тәүлек эсендә 391 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған, 386 кеше һауыҡҡан.