Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 11:50

В. Путин: Рәсәй пандемия проблемаларын лайыҡлы ҡаршыланы

Был пандемия бөтә планды емерҙе. Президент әллә ни бирешмәнек, тигән мәғәнәлә әйтәлер ҙә ул, тик булған проблемалар өҫтөнә тағы яңылары ҡушылды бит...

Ошо минуттарҙа РФ Президентының ҙур матбуғат конференцияһы бара.
Владимир Путин башта бер аҙ йыл йомғаҡтары тураһында телгә алды. Етештереү күләме 3,6 процентҡа төшкән. Был, йәнәһе, ЕС, АҠШ кеүектәрҙән түбәнерәк. Улар бит беҙҙән яҡшыраҡ йәшәне һәм йәшәй ҙә. Сағыштырыу урынһыҙ.
Эйе, проблемалар артты ғына. Путин да быны билдәләй, шул уҡ ваҡытта ҡаршы тора алыуыбыҙҙы ла әйтә:
- Проблем море, это океан, он везде, по всему миру расплескался. Но можно с уверенностью сказать, что мы встретили эти проблемы достойно. Отчасти даже, может быть, лучше, чем в других странах мира, которые по праву гордятся и устойчивостью своей экономики, и развитием своих социальных служб и систем здравоохранения...
Әле үк түгел, пандемия бөткәс, һанайбыҙ инде теүәл юғалтыуҙарҙы.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас