Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 09:40

Сит илгә сабыйҙар һатҡан агентлыҡ табылған

Яңыраҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре мигранттарҙан суррогат әсәләр фатирына юлыҡҡан.

Был хәл Мәскәүҙәге Пресненский Вал урамында урынлашҡан йортта була. Енәйәтселәрҙең эҙенә сит илдән килгән 28 йәшлек ҡатын аша төшәләр. Ул “Эко-гарант суррогатное материнство” агентлығы менән хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында хәбәр итеп. Һәм был агентлыҡтың ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтмәүҙәре һәм йәшәгән фатирҙан сығармауҙары тураһында һөйләгән.
Полицияға хәбр иткәс кенә йөклө ҡатын тыуған иленә ҡайтып китә алған.
Фатирҙа тағы ла өс суррогат әсә йәшәгән. Уларҙың сит ил ғаиләләре өсөн бала табырға йыйыуы асыҡланған.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас