Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 13:37

Һәр кемебеҙ тылсымсы була ала!

Өфөнөң сауҙа үҙәктәрендә «шатлыҡ кәрзиндәре» ҡуйҙыҡ, уны тәмлекәс-бүләктәр менән тултырып, балаларға байрам ойошторайыҡ, ти #Мывместе акцияһын ойоштороусы ОНФ ирекмәндәре.

Пандемияға бәйле, быйыл балалар күп кенә байрам сараларынан мәрхүм ҡала. Әлеге акцияның идеяһы шундай – магазинға ингән һәр кем кәрзингә тәмлекәс, уйынсыҡ йә берәй бүләк һалып, балаларға бәләкәй генә булһа ла байрам эшләй ала. Кәрзиндәге бүләктәр иң тәүҙә күп балалы һәм әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиләнгән балаларға еткерәләсәк.
5 декабрҙә, ирекмәндәр көнөндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин да был акцияның идеяһын хуплаған. Балаларға байрам бүләк итер өсөн, #МыВместе ирекмәндәре барлыҡ ил граждандарын кәрзиндәрҙе бүләктәр менән тултырырға саҡыра.
«Балалар мөғжизәгә ышана һәм уны көтә. Беҙ уларҙың өмөттәрен аҡларға тейешбеҙ. Пандемия мәлендә улар байрамһыҙ ҡалмаһын. «Шатлыҡ кәрзине»нә берәй нәмә һалып, һәр кем изге тылсымсы була. Ул кәрзиндәр #Мывместе акцияһының логотибы билдәләнгән һәм ингән ергә ҡуйылған. 02region@onf.ru сайтында барлыҡ мәғлүмәт менән танышырға мөмкин», — ти ОНФ-ның төбәк штабы етәксеһе Рафаэль Хәкимов.
«Шатлыҡ кәрзиндәре» Өфөнөң киләһе магазиндарында ҡуйылған:
«Ярмарка», Маяковский ур.,10;
«Ярмарка», Кремль ур.,55;
«Монетка», Хәҡиҡәт ур., 15;
«Монетка», Ухтомский ур. 28;
«Монетка», Евгения Столяров ур., 6;
«Ярмарка», С. Перовская ур. 15;
«Монетка», Степана Злобин ур., 4;
«Ярмарка», ул. Свердлова ур., 67;
«Монетка», Минһажев ур., 121;
«Монетка», Ғафури ур., 4;
«Байрам», Октябрь проспекты, 91 («Йүрүҙән» СК);
«Монетка», 8 март урамы, 19;
«Ярмарка», М.Рыльский урамы, 22;
«Альдо», ул. Гагарин ур.,44;
«Монетка», ул. Яр буйы ур., 23.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас