Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 18:42

Гран-при Учалы ҡыҙында!

Башҡорт теле көнөнә арналған башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын туған телдә яттан һөйләүселәрҙең республика онлайн-конкурсында Учалы районының Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы Миләүшә Әбүбәкирова гран-при яуланы (уҡытыусыһы Резеда Марат ҡыҙы Рамазанова).


Конкурсҡа йәмғеһе 163 видеояҙма килгән. Башҡорт, рус, сыуаш, удмурт, мари, татар телдәрендә балалар башҡорт шағирҙарының шиғырын һөйләгән.
Ижади бәйгелә республиканан тыш, Канаданан, Ырымбур, Силәбе һ.б. өлкәләрҙән дә уҡыусылар үҙ көсөн һынап ҡараған.
Күпселектә Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәримдең шиғырҙарын башҡарғандар.


Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас