Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 11:40

Өфө үҙәгендәге урамға – халыҡ шағирының исеме!

Баш ҡаланың Киров районындағы урамға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың исеме бирелә.

Уның проектын Ҡала советы депутаттары ҡарап сыҡҡан. 23 декабрҙә сираттағы ултырышта ҡарар ҡабул ителер тип көтөлә.
Рауил Төхфәт улы Бикбаев — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).

Рауил Төхфәт улы 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрәфиҡ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспирантурала уҡый. 1965 йылдан башлап СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды.

Рауил Бикбаев Башҡортостан Республикаһының Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ ул Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. 1999 йылдың июнендә Рауил Төхфәт улы Өфө ҡалаһының почётлы гражданы тигән исемгә лайыҡ булды.

Әҙип оҙайлы ауырыуҙан һуң 2019 йылдың 23 апрелендә Өфөлә вафат булды һәм 25 апрелдә ҡаланың Мосолмандар зыяратына ерләнде.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас