Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Декабрь 2020, 06:15

Башҡортостанда "Стартап көндәре" циклы тамамланды

"Стартап көндәре" IT-проекттар өсөн ойошторолғайны. Саралар онлайн форматында үтте һәм байтаҡ йәш кешене йәлеп итте.

Ошо көндәрҙә маҡсатлы сара Бәләбәй һәм Нефтекамала тамамланды. Улар төбәк акселерация программаһына ярашлы уҙғарылды.
Бығаса "Стартап көндәре" Белоретта, Благовещенда, Октябрьскийҙа, Ишембайҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа үткәйне. Проект йәй көнө ғәмәлгә ашырыла башланы. Барлыҡ сара "Рәсәй Федерацияһының цифрлы иҡтисады" милли проектына ярашлы ойошторолдо. Саралар һөҙөмтәһе буйынса бер нисә проект һайлап алынып, артабан уны ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ ителәсәк.
Фото: БР Дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министрлығы сайтынан.
Читайте нас