Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 17:47

Юл фажиғәләре - 15 декабрь

Кисә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған, 16 кеше яраланған.

Кисен Туймазы районында, Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы автоюлының 63-сө саҡрымында, Туймазынан 19 йәшлек егет ВАЗ-2114 машинаһында юлдан осоп төшөп, ут бағанаһына барып бәрелгән.
Аварияла водитель ауыр йәрәхәтләнгән, ә уның пассажиры, 20 йәшлек егет, йән биргән.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2600-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәгән, 24 иҫерек водителде тотҡан.
Фото: БР ЮХХДИ.
Читайте нас