Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 20:15

Ярай, ярамай...

Беҙҙекеләр ашаған ризыҡты ниңә сит илдекеләр ашамай икән?

Улар был әйберҙәрҙе зыянлы тип күрәме , әллә ашап өйрәнмәгәнме?
* Беҙҙең балалар яратҡан киндер - сюрприз тәмлекәсен АҠШ-та бөтөнләй зыянлы, тип һанайҙар. Сөнки пластмасса һауыт шоколад менән ялатылған.
* Шулай уҡ американдар банкала тоҙланған йәшелсәне лә ашамай.

* Евросоюзда, Австралия, Канада, Израилдә хайуандарға синтетик гормондар биреү тыйылған. Улар бындай хайуандың ите яман шеш барлыҡҡа килтерә , тип иҫәпләй.
*Составында BVO синтетик химикаты булған цитруслы газлы һыу Япония менән Европала етештерелмәй.
* Францияла мәктәптәрҙә кетчуп ҡулланырға ярамай.
* Ҡытайҙа буддизм һаҡланған ҡайһы бер төбәктәрҙә һарымһаҡ ашау тыйылған.
* Сингапурҙа наркотик матдә һаналған мәк икмәк бешереүҙә лә ҡулланылмай.
Фото: arenaflowers.ru
Читайте нас