Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 11:30

Указ тағы үҙгәрҙе

БР Башлығының коронавирус таралыу сәбәпле юғары әҙерлек тураһындағы указының яңы редакцияһында 15 декабрь һәм 2021 йылдың 18 ғинуары арауығында нимә эшләргә ярағаны, нимә ярамағаны яҙылған.

Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документта шулар бар:

Асыҡ һауала Яңы йылға бәйле байрам саралары үткәрергә рөхсәт. Кеше һаны буйынса сикләү юҡ.

Ҡала, район мәҙәниәт йорттары, ауыл клубтары эшләй. Төнгө клубтар (тимәк, дискотекалар үтмәй) бикле булырға тейеш.

Балалар баҡсаларында төркөмдәрҙә һәм ата-әсәләрһеҙ генә иртәлектәр үткәрергә ярай.

Йәмәғәт туҡланыуы учреждениелары 31 декабрҙән 1 ғинуарғаса тәүлек әйләнәһенә эшләй (00.00 сәғәттән һуң клиенттар индерелмәй). Ҡалған көндәрҙә таңғы сәғәт 6-нан төнгө 2-гә тиклем. Әммә бейеү майҙандары эшләмәҫкә һәм кальян тартыу ойошторолмаҫҡа тейеш. Залда 50-нән дә артыҡ кеше йыйылырға тейеш түгел.

Дәүләт һәм муниципаль власть органдарында корпоратив тыйыла.

18 йәшкә тиклемге балаларға сауҙа-күңел асыу урындарында өлкәндәрһеҙ йөрөүҙе тыйыу бөтөрөлдө.

Фото: БР Башлығы сайтынан.
Читайте нас