Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 08:15

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә Ҡарттар һәм инвалидтар йорттары күп янғанмы?

Статистика бармы? Һуңғы ун йылды алайыҡ, булмаһа.

ТАСС агентлығы фажиғәләр хронологияһын төҙөгән:

2010 йылдың 30 авгусы. Тверь өлкәһендә ҡарттар һәм инвалидтар интернаты янып китә. Туғыҙ кеше һәләк була.

2011 йылдың 9 октябре. Кострома өлкәһе. Вохомдағы халыҡты социаль яҡлау комплекслы үҙәгенең ваҡытлыса йәшәү бүлеге яна. Дүрт кеше үлә.

2017 йылдың 27 авгусы. Красноярск ҡалаһы. “Жемчужина” ҡарттар йортонда янғын сыға. Өс кеше үлә, 34 кеше ҡотҡарыла.

2017 йылдың 18 октябре. Иркутск ҡалаһы. Шәхси ҡарттар интернатында сыҡҡан янғында 14 кеше зыян күрә, өсәүһе үлә.

2020 йылдың 8 апреле. Мәскәүҙәге “Третий возраст” шәхси ҡарттар йорто яна. Биш кеше үлә.

2020 йылдың 11 майы. Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында шәхси ҡарттар йортонда сыҡҡан янғында 9 оло кеше һәләк була.

Әле был исемлеккә Әбйәлилдәге фажиғә лә өҫтәлде: 11 ҡорбан...

Фото: vm.ru
Читайте нас