Ә санкциялар бик етди: штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Әлеге ваҡытта 635 кеше ҡулға алынған, биш меңдән ашыу водителдең штрафы икеләтә күләмдә артҡан, 2,5 мең кеше мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән. Тиҙҙән ҡалғандар ҙа судҡа саҡырыласаҡ.