Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Булат Сәйетов, Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы башлығы Альберт Ғилметдинов ҡатнашты.
Улар ауыл халҡын был мөһим ваҡиға менән ҡотлап, уңайлы шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килеүен билдәләне.
“ФАП-тың асылыуы Әҙекәй ауылы халҡы өсөн яңы йыл бүләге булды. Был ваҡиғаны улар күптән көттө. Элекке фельдшер-акушер пункты 1964 йылда брустан төҙөлгән һәм заман талаптарына яуап бирмәй ине. Хәҙер иһә ауылда яҡты, йылы, бөтә санитар нормаларға яуап биргән һәм тейешле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған медицина пункты барлыҡҡа килде”, – тип билдәләй урындағы журналист үҙенең яҙмаһында.
Ә халыҡҡа тәжрибәле һәм юғары квалификациялы фельдшер Клара Вахитова менән шәфҡәт туташы Альбина Солтанова тәүге медицина ярҙамы күрһәтәсәк.