Ҡайһы бер бүләктәр, уйынсыҡтар, шыршы биҙәү өсөн ҡуланылған әйберҙәр коронавирус таратыуға сәбәпсе булырға мөмкин. Вирус ҡатырға ҡағыҙҙа һәм аҡсала бер тәүлеккә тиклем, ә пластик һәм металда өс көнгә тиклем һаҡлана. Эпидемиолог Ольга Ненастина һүҙҙәренсә, сир килтереп сығара торған бактериялар йыш ҡына дымлы, йылы шарттарҙа үрсей. Шуға ла кибеттә әйбер һайлағанда битлек һәм бирсәткә кейергә кәрәк. Медицина фәндәре докторы, иммунолог Владимир Жемчугов һатып алынған әйберҙәрҙе антисептиктар менән дезинфекцияларға тәҡдим итә.
Табиптар Яңы йыл байрамдарында балаларҙы өйҙә ҡотлау өсөн Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырмаҫҡа кәңәш итә. Сөнки улар был көндө күп йорттарҙа була, күмәк кеше менән аралаша. Вирус һеҙгә уларҙың кейемдәре аша эйәреп инергә мөмкин.