Уралда, шул иҫәптән республикала, һауа температураһы климат нормаһынан 1 градусҡа юғары буласаҡ. 2021 йылдың ғинуарында республикала төндә -20°, көндөҙ – 10–15° буласаҡ. Был айҙа яуым-төшөмдөң аҙ булыуы ла күҙаллана.
Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, 2021 йылдың ғинуар айында -14,8° булыуы көтөлә, был күрһәткестәр үткән йыл менән сағыштырғанда, ысынлап та юғарыраҡ. Киләһе айҙа ҡар яуыуы көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ -13, -18°, ә төндә -16, -21° буласаҡ.