Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 12:49

Өфө балалар онкология үҙәге төҙөләсәк

Өфөлә балалар онкологияһы үҙәге төҙөүгә 1,5 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк.

Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы заказсы булып тора. Контаркттың башланғыс хаҡы – 1,49 млрд һум. Аҡса республика бюджетынан бүленә. Бюджет бурыстарының лимиты 2021 йылға – 285 млн һум, 2022 йылға 610 млн һум, 2023 йылға 501,41 млн һум, 2024 йылға 103,52 һум күләмендә биләдәләнгән.
Эштәр 2024 йылдың декабренә тиклем үтәлергә тейеш. Онкология үҙәге Степан Кувыкин урамындағы 98-се йортта урынлашасаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар 15 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Фото:Яндекс.
Читайте нас