Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 12:34

«Һеңлекәш»тең сираттағы еңеүе!

Был юлы һөйөнөслө хәбәр Италияла уҙған кинофестивалдән килде.

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән фильм Италияла «Витторио Венето» Xалыҡ-ара балалар фильмдары кинофестивалендә иң яҡшыһы тип табылған!
Конкурс эштәрен ҡарау онлайн тәртиптә 16 ноябрҙән 12 декабргәсә үткән. Бәйгелә Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Һиндостандан, Чехиянан, Германиянан һәм Италиянан 12 фильм ҡатнашҡан. Уның ойоштороусыһы – «400 Colpi» социаль үҫеш ассоциацияһы, ул 1995 йылда Италияның Витторио-Венето ҡалаһында фестивалдәр, уҡыу курстары аша йәш быуынды кино сәнғәтенә йәлеп итеү, мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында асылған. Кинофестиваль барышында «Һеңлекәш» фильмы Лондонда, Брюсселдә, Венала һәм Рәсәйҙең 12 ҙур ҡалаһында күрһәтелгән.
«Һеңлекәш»кә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр насип булһын!
Фото: «Башинформ».
Читайте нас