Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 19:16

Баймаҡ район дауаханаһында — яңы компьютер томографияһы кабинеты

Баймаҡ үҙәк ҡала клиник дауаханаһында 80-киҫемле компьютер томографияһы аппараты эшләй башланы.

Ул республика бюджетынан бүленгән аҡсаға һатып алынғайны. Дауахананың баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева һөйләүенсә, элекке аппарат 2013 йылда ҡуйылған һәм ул 16 киҫемле генә булған. Белгестәр яңы аппарат менән эшләү өсөн курс үткән.
Бөгөн Баймаҡ районы буйынса эш сәфәре барышында Радий Хәбиров дауахананың эшмәкәрлеге менән танышты.
«Беҙ ысынлап та Баймаҡ районында медицинаны яйлап ҡына нығытабыҙ. Яңы компьютер томографияһы – планлаштырылғандың иң әҙ өлөшө. Яҙғыһын яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшөн башларға тейешбеҙ. Быйылғы йыл өсөн табиптарға ҙур рәхмәт әйткем килә! Ул беҙҙең өсөн дә бик ауыр булды. Беҙҙә барыһы ла яҡшы булыр тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров, дауахананың медицина персоналына мөрәжәғәт итеп.
Бүлек мөдире Жанна Солтанова әйтеүенсә, яңы КТ аппараты тикшренеү үтеү өсөн сиратты кәметергә ярҙам иткән. Хәҙер пациенттар мөрәжәғәт иткән көндә үк компьютер томографияһы тикшереүе үтә ала.
Баймаҡ дауаханаһында 222 урынлыҡ тәүлек әйләнәһенә эшләүсе стационар, 108 урынлыҡ көндөҙгө стационар, сменаһына 520 кеше ҡабул итерлек поликлиника һәм балалар консультацияһы бар. Дауахана нигеҙендә 45 урынлыҡ ковид-госпиталь булдырылған. Унда 37 кеше дауаланыу курсы үтә.Ошонда уҡ ковид буйынса колл-үҙәк эшләй.
2020 йылда Түбәнге Иҙрис менән Ярат ауылдарында яңы фельдшер-акушер пункттары файҙаланыуға тапшырылған. Ишбирҙе ауылында ла модулле ФАП эшләй башлаған. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса район ПАЗ автобусы нигеҙендә күсмә ФАП алған. 2019 йылда Семен ауылында федераль бюджет иҫәбенә модулле ФАП алып ҡуйылған. Балалар консультацияһы өсөн 800 мең һумлыҡ медицина ҡорамалы (күҙ баҫымын үлсәү аппараты менән дефибриллятор) алынған.

Фото:А.Юлдашбаев.

Читайте нас