Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 19:55

Башҡортостанда дәүләт гарантияһы программаһы киңәйтелде

Уға кибер-бысаҡ менән дауалау һәм шифаханаларҙа реабилитация үтеү индерелде.

Башҡортостан Хөкүмәте 2021 йылға һәм 2022 – 2023 план осорона бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһын раҫланы. 2021 йылда мотлаҡ медицина страховкалау программаһының база өлөшөнән тыш, дауаханаларҙа дауаланыу курсы үткәндән һуң эшләүсе граждандар өсөн шифахана һәм курорт шарттарында реабилитация һәм “Кибер-бысаҡ” тибындағы радиохирургия системаһын ҡулланып дауалау ойошторласаҡ. Ул онкология һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалағанда ҡулланыла.
Мотлаҡ медицина страховкалау фонды иҫәбенә йән башына раҫланған дәүләт гарантияһы программаһын финаслау нормативы федераль норматив кимәлендә 14,4 мең һум тәшкил итә.
Программаның дөйөм күләме күрһәтелмәй. 2020 йылда ул – 58,89 млрд. һум, ә 2019 йылда 67 млрд. һум тәшкил иткән.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас