Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Декабрь 2020, 08:25

Башҡорт телендә ижад итеүсе журналистар иғтибарына! Һеҙҙең өсөн грант конкурсы!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын һәм бөгөнгөһөн популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә.

Маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһындағы контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Ижади бәйгелә 18 йәше тулған һәм Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, онлайн-проект авторҙары һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менән ентекләберәк конкурстың положениеһында танышығыҙ: https://kurultai.ru/ba/content/1767-grant-na-podderzhku-bashkirskogo-kontenta-/.

«Башҡорт теле йылын йомғаҡлау концертында башҡорт телендә ижад итеүсе журналистарҙы билдәләп киттек. Был йүнәлештә эшләгән журналист һәм блогерҙарға артабан да ярҙам күрһәтеү кәрәклеген аңланыҡ. Шуға күрә ошо конкурсты булдырырға ҡарар иттек», - тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас