Был хаҡта БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдергән. Пандемия арҡаһында Роспотребнадзор талаптары буйынса бында ҡабул ителгән һәр кеше тәүҙә 14 көн 2 – 4 кешгә тәғәйенләнгән изоляторҙа тотола. Путевка юллау өсөн Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Консультация алыу өсөн түбәндәге телефонға шылтырата алаһығыҙ: 8 (347) 286-51-05 (Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 136/2 ).