Сарала был культураны әүҙем үҫтергән төбәктәрҙең аграр ведомстволары, эшкәртеүсе эре предприятиелар етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостандағы хәл менән төбәктең ауыл хужалығы министры вазифаһын үтәүсе Рәмил Нуриәхмәтов таныштырҙы.
Беҙҙең республика ҡарабойҙай үҫтереү буйынса лидерҙар рәтендә тора. 2020 йылда уның дөйөм майҙаны 54 мең га тәшкил итте. Гектарына 11,9 центнер уңыш менән тулайым йыйым 64,5 мең тонна тәшкил итте. Был Алтай крайынан һәм Орел өлкәһенән ҡала өсөнсө һөҙөмтә. Беҙҙәге ҡарабойҙай етештереүселәр хаҡты тоннаһына 30 - 35 мең һум арауығына ҡуйған.
Кәңәшмә аҙағында эре предприятиелар ошо арала ҡарабойҙайға хаҡты 10 процентҡа төшөрөргә һөйләште.
Фото:Пресс-служба Минсельхоза РБ.