Милләтебеҙҙең сағыу шәхесе Рәми Ғариповтың шиғыр юлдары күптәр өсөн тормош маяғы, йәшәү рәүеше ролен алған. Шиғырҙы саҡ ҡына башҡасараҡ әйләндерһәк тә, мәғәнәһе юғалмаясаҡ. Иғтибар итегеҙ: “Телен һөймәҫ кенә илен һөймәҫ, теле юҡтың ғына иле юҡ!” Сөнки халҡыбыҙҙа “ил” һәм “тел” төшөнсәләре бер-береһенә береккән, уларҙы айырым ҡарау мөмкин түгел. Беҙҙең телебеҙ ҙә Башҡортостан тигән илебеҙ булғанда йәшәйәсәк, Башҡортостаныбыҙ ҙа башҡорт телен яҡлау, һаҡлау һәм үҫтереү өсөн берҙән-бер майҙан. Ошоларҙы иҫтә тотоу кәрәк.
“Атайсал” – тапшырыу атамаһы ғына түгел, атайсал – һәр беребеҙҙең кесе Ватаны. Кесе Ватаныбыҙҙа телебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү кәрәклеге тапшырыуҙарҙа ла урын алды. 14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Әле Башҡорт теле айлығы бара. Телебеҙҙе һаҡлау сәйәсәте хөкүмәтебеҙ кимәлендә лайыҡлы алып барыла. Быны инҡар итеү мөмкин түгел. Башҡорт теле буйынса форумдар, баҡсаларҙа башҡорт төркөмдәре асыу, телен онотҡандар өсөн гаджеттарға махсус ҡушымталар әҙерләү – былары хөкүмәт кимәлендә башҡарылған эштәрҙең бер өлөшө генә. Флешмобтар, конкурстар, башҡалар. Ғаиләбеҙҙә аралашайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек. Быны хөкүмәт йәки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы түгел, һәр кем шәхсән башҡарырға тейеш! Ата-бабаларыбыҙ алдындағы бурысыбыҙ ул... Ә “Атайсал” башҡорт телен, туған телдәрҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү темаларын артабан да яҡтыртып барыр. “Юлдаш” радиоһы аша. Беҙҙе интернетта ла тыңлап була: https://bash.news/yuldash