Гран-приға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы һәм «Мәргән уҡсы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин лайыҡ булды. Еңеүсегә төп награда — 300 000 һумлыҡ сертификатты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы .
Конкурста Юлай Рәфҡәт улы «Башҡорт милли костюмы — реконструкция» номинацияһында улус старшинаһы образын күрһәтте. Һыбайлы костюмын автор музей архивтары документтары буйынса тергеҙгән.
«Заманса авторлыҡ костюмы» номинацияһында беренсе урынға Роза Юлдашбаева лайыҡ булды (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли биҙәүестәре» номинацияһында — Рөстәм Дәүләтов (Өфө ҡалаһы), «Башҡорт милли костюмы — реконструкция» номинацияһында — Роберт Хәмиҙуллин (Өфө ҡалаһы), «Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары» номинацияһында — Гөлдәр Шабиева (Салауат районы). Еңеүселәргә 100 000 һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
II дәрәжә дипломға Ҡаҙағстандан Радина Батпенова, Өфөнән Илдар Ғатауллин, Александр Евлахов, Рафаэль Амантаев, Туймазынан Флорид Вәхитов һәм Ҡурған өлкәһенән Ғәбиҙә Вәлиева лайыҡ булды. Уларға 50 мең һум күләмендәге аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
III дәрәжә дипломға һәм 30 мең һумлыҡ сертификатҡа Өфөнән Гөлнара Хәсәнова, Алһыу Кинйәбаева, Силәбе өлкәһенән Гөлнара Шәфиҡова, Зәнилә Ғәлиева, Мәскәүҙән Гөлназ Ҡурамшина эйә булды