+24 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 09:49
Радий Хәбиров республикалағы 21 шәхси ҡарттар йортон тикшерергә ҡушты
#Йәшлек
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штаб ултырышында БР Хөкүмәтенә Әбйәлил районындағы ҡарттар йортонда янғында һәләк булыусыларҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
«Мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу сығымдарын БР Хөкүмәте үҙ өҫтөнә ала. Тере ҡалғандар буйынса, Һаулыҡ һаҡлау министрына йөкмәтәм – зыян күреүселәргә тейешенсә иғтибар бүленергә тейеш. Кәрәк икән – ауыр тән йәрәхәте алыусыларҙы мотлаҡ Өфөгә тән бешеү үҙәгенә эвакуацияларға, — тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, янғында күршеләге йорт та зыян күргән — унда оло йәштәге кеше йәшәй — беҙ уның өйөн тергеҙергә ярҙам итәсәкбеҙ».
Асыҡланыуынса, янғында һәләк булыусының иң олоһона 80 йәш булһа, иң йәшенә – ни бары 57 йәш. «Башинформ» мәрхүмдәрҙең тулы исемлеген баҫтырҙы —
Әбйәлил районындағы янғында һәләк булғандарҙың исемлеге баҫылды (rbsmi.ru)
Әлеге ваҡытта мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә хәбәр еткерелгән. Ваҡиға урынында психологтар эшләй.
«Янғынды һүндереүҙә 33 кеше, 14 берәмек техника ҡатнашты. Янғын һүндереүселәр барып етеүгә ут йортто тотошлай ялмап алған булған», — тип билдәләне Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Фәрит Ғүмәров. Төбәк Башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына республикала булған барлыҡ учреждениеларҙы тикшерергә ҡушты.
«Беҙҙә ошондай 21 учреждение бар, ведомство-ара комиссия төҙөргә һәм һәр береһен тикшереп сығырға кәрәк», — тине Хәбиров. «Кемделер ғәйепләүҙән тыйылып торайыҡ. Миңә шәхсән был хәл оҡшамай, сөнки бәләкәй генә йортта нисәмә кеше йәшәгән. Был дөрөҫ түгел, шул уҡ ваҡытта оло йәштәгеләрҙең пенсияһының 75 процентын алып торғандар. Әлеге төр эшмәкәрлеккә лицензия бирелмәй икәнлеген аңлайым, әммә йәшәү шарттары янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирергә тейеш. Барыһын да ентекле тикшерергә һәм саралар күрергә кәрәк».
Алдан хәбәр итеүебеҙсә
, бөгөн төндә Әбйәлил районының Ишбулды ауылында бер ҡатлы мансардалы бина янып китеп, 11 кеше һәләк булды. Помещение Мәрхәмәтлек йорто булараҡ теркәлгән.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"