Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2020, 19:00

Каринэ Хәбирова тыуған көнөнә бүләк ителгән сәскәләрҙе ни эшләткән?

Үткән аҙнала республика башлығының тормош иптәшенә 38 йәш тулды.

Радий Хәбировтың тормош иптәше 9 декабрҙә тыуған көнөн билдәләне. Уға 38 йәш тулды. Социаль селтәрҙәрҙә беренсе леди тыуған көнөнә бүләк ителгән сәскәләрҙе нимә эшләтеүе тураһында һөйләне.
- Йола буйынса, сәскәләр бала табыу йортондағы һәм кризис үҙәгендәге ҡатын-ҡыҙҙарға юлланды, - тип хәбәр итте Каринэ Хәбирова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбировтың ҡатыны әлеге ваҡытта өсөнсө тапҡыр йөклө.
Фото: Каринэ Хәбирова\Инстаграм
Читайте нас