Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабря 2020, 15:24

Көрәштә ҡатнашҡан студенттарға аҡсалата ярҙам

Ниндәй көрәштә?

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, коронавирус пандемияһы шарттарында дауаханаларҙа практика үткән медицина колледждары студенттарына махсус социаль түләүҙәр тәғәйенләнә.
Махсус түләүҙәрҙе көндөҙгө бүлектә һәм килешеү нигеҙендә уҡыған студенттар, шул иҫәптән сит ил граждандары аласаҡ. Уның айлыҡ күләме – 7 мең һум. Студенттарға ноябрь өсөн түләүҙәр ошо көндәрҙә, ә декабрь өсөн – 2020 йылдың иң һуңғы эш көнөндә күсер тип көтөлә.
Ноябрь аҙағында әлеге түләүҙәрҙе булдырыу тәҡдиме менән Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһағайны. Президенттың һүҙҙәренсә, юғары уҡыу йорттарында, ординаторлыҡ һәм аспирантура бүлектәрендә уҡыусыларға 10-шар мең һум, медицина колледждары студенттарына 7-шәр мең һум түләнәсәк.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас