Закон проекты нигеҙендә социаль селтәрҙә яла яҡҡан өсөн 500 мең һумға тиклем йәки хөкөм ителеүсенең ярты йыллыҡ хеҙмәт хаҡы йәки башҡа төрлө килеме күләмендә штраф түләттерергә тәҡдим ителә. Бынан тыш, закон боҙоусыны 160 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә хөкөм итергә мөмкиндәр. Халыҡ алдында сығыш яһаған йәки киң мәғлүмәт сараларында яла яҡҡан өсөн 1 миллион һумға тиклем штраф янай. Ғәйбәт таратыусыны 2 айға ҡулға алырға йәки 2 йылға иркенән мәхрүм итергә тәҡдим ителә.