Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 06:13

Әбйәлил районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Ваҡиға урынына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юлланды.

Республика етәксеһе оператив штаб эшен ойошторосаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе хаҡында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов хәбәр итә: «Төнгө сәғәт 2.54-тә дежур пультҡа Ишбулды ауылындағы 1960 йылда төҙөлгән ололар йортоноң йорттоң янып китеүе хаҡында хәбәр килә. Сәғәт 3.17-лә ваҡиға урынына Хәлил ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы юллана. Янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама эшләүгә ҡарамаҫтан, ҡотҡарыусылар барып еткәнсе, 11 кеше һәләк булған. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынындамын. Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде», — тип хәбәр итә Илдар Нафиҡов.
«Башинформ» белдереүенсә, Әбйәлил районының Ишбулды ауылында янған йортто 2019 йылдың 27 мартында ғына Мәрхәмәтлек йорто итеп теркәгән булғандар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас