Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 10:08

Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзының XXII съезы үтте

Донъялағы һәм илдәге эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып был сара онлайнда уҙҙы. Журналистарҙың ижади берекмәһенең яңы рәйесе итеп "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов һайланды - уның өсөн делегаттарҙың 95 проценты тауыш бирҙе.


Быға тиклем союзды 10 йыл етәкләгән Артур Хәсән улы Дәүләтбәковты эше өсөн рәхмәт әйтеп "Ҡаҙаныштары өсөн" Рәсәй почетлы знагы менән наградланылар.


Съезда быйыл мәрхүм булған һөнәрҙәштәребеҙҙе иҫкә алдылар. Улар - Самат Ғәлин, Галина Заводникова, Илдар Насретдинов, Сергей Спатар һәм ошо көндәрҙә үлеп ҡалған фотохәбәрсе Наиль Рәжәпов.

Сарала барлығы 110 кеше ҡатнашты. Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ, Рәсәй Журналистары союзы рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий барыһын да тәбрикләне һәм ойошманың төп бурыһы - журналистарҙы яҡлау тип белдерҙе. Аҙаҡтан ул СЖР Маҡтау грамоталарын тапшырып үтте.

Район гәзиттәрендә эшләүселәр бик мөһим һорауҙарҙы ҡуҙғытты. Түбән эш хаҡы, һөнәрҙең рейтингы төшөүе, санатор-курорт дауаланыуы кәрәклеге, дарыуҙар һатып алыуҙа ярҙам, профсоюз булдырыу - тармаҡты ошолар борсой.


Белешмә;

Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы төбәктәге ижади берекмәләрҙең иң эреһе тип һанала һәм Рәсәй кимәлендә лә иң күп ағзалы союз тигән исем алған. 1600-ҙан ашыу журналистты берләштергән 81 урындағы ойошма эшләй, ете район-ара ижади берекмә (МТО) бар.


Фото: Т.Аманов

Читайте нас