Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Декабрь 2020, 12:32

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 2,5 млрд һум йәлеп итеү планлаштырыла

2021 йылда Башҡортостан яңы дауаханалар, ФАП-тар төҙөүгә, поликлиникаларҙы төҙөкләндереүгә, медицина ҡорамалдарын алмаштырыуға, “Ашығыс ярҙам” машиналары һатып алыуға 2,5 млрд һум аҡса бүлергә планлаштыра.

Был хаҡта БР Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Был маҡсатҡа 2,5 млрд һум күләмендә аҡса федераль бюджеттан бүленәсәк һәм шуға өҫтәп тағы ла республика бюджетынан 360 млн һум тирәһе.
Андрей Назров билдәләүенсә, киләһе йылда Баймаҡта, Саҡмағошта, Бөрөлә һәм Өфөлә яңы дауаханалар барлыҡҡа киләсәк, шулай уҡ 35 поликлиника төҙөкләндереләсәк һәм райондарҙа 61 ФАП төҙөләсәк.
“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә йылдан-йыл сығымдар арта барыуға ҡарамаҫтан, республикала тиҫтә йылдар ремонт эшләнмәгән, медицина ҡоролмалары яңыртылмаған дауаханалар күп”, – ти премьер-министр.
Бынан тыш, уның әйтеүенсә, республиканың алыҫ райондарында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүсе белгестәргә ҡытлыҡ күҙәтелә. “Беҙ ауылдарға медицина хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү өсөн етди тырышлыҡ һалабыҙ. Уларҙы финанс яҡтан дәртәләндерәбеҙ: федераль программа сиктәрендә табиптарға һәм фельдшерҙарға 500 мең һумдан 1,5 млн һумға тиклем аҡса бирәбеҙ. Быйыл ығна 124 медицина хеҙмәтәкәре ошондай түләүҙәр алды һәм бәләкәй ауылдарҙа эшләп йөрөй. Был тәжрибәне киләһе йылда ла дауам итәбеҙ”, – ти ул.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас