Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2020, 12:35

Һөйөнсө! Бай йөкмәткеле китап сыҡты!

Яҡшы яңылыҡтар менән уртаҡлашыу ҡайһылай ҙа күңелле. Өҫтәүенә ул беҙҙең өсөн әһәмиәтле көндә лә булһа.

Беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина милләттәштәребеҙҙе байрам менән ҡотлай һәм шатлығын да еткерә:

"Ҡәҙерле ватандаштар! Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым! Киләсәктә туған телебеҙҙе, милли мәғарифты, мәҙәниәтте, йолаларыбыҙҙы үҫтереүҙә һәм һаҡлауҙа, халҡыбыҙҙың рухын күтәреүҙә уңыштар теләйем!

200-ҙән ашыу башҡорт теле ғилеменә арналған фәнни хеҙмәттәр авторы булараҡ бай һәм үҙенсәлекле туған телебеҙ көнө – айырыуса ҡәҙерле байрам. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлап, ошо көндәрҙә сираттағы китабым нәшриәттән сығыу шатлығы менән дә уртаҡлашам".

Был йыйынтыҡ тураһында ишетеү менән уны алырға теләүселәр һаны тиҙ үк күбәйҙе. Алла бирһә, теләгән һәр кемгә уның менән танышырға яҙһын. Ә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына артабанғы эшмәкәрлегендә еңеллек, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: vk.com
Читайте нас