Башҡортостанда тағы өс кеше һуңғы тәүлек эсендә тажлы зәхмәттән донъя ҡуйған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми мәғлүмәтенә яраҡлы, республикала коронавирустың ҡорбандары һаны 106-ға барып етте.
Министрлыҡта белдереүҙәренсә, яман сир ғүмерен ҡыйған сираттағы ватандаштарыбыҙҙың береһе – Яңауыл районынан 62 йәшлек ҡатын. Коронавирустан тыш, ул хроник панкреатиттан, йөрәктең ишемик сиренән һәм икенсе типтағы шәкәп диабетынан яфаланған.
105-се ҡорбан – Өфөнән 59 йәшлек ҡатын. Ул өсөнсө дәрәжәле һимереүгә һәм өсөнсө дәрәжәле атеросклерозға зарланған.
Тағы бер ҡатын Ҡырмыҫҡалы районынан. Уға 41 генә йәш булған. Коронавирустан тыш, был ҡатынды хроник вируслы С гепатитынан һәм аортаның икенсе дәрәжәләге атеросклерозынан дауалағандар.