Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2020, 16:35

Рәсәй хоккейсылары Канадаға юлланды

Бөгөн Рәсәй йыйылма командаһы үҫмерҙәре Канадала үтәсәк хоккей буйынса донъя чемпионатына юлланды.

Команданың баш тренеры, Игорь Ларионов КХЛ-дың ете клубынан 21 уйынсыны алып, океан арьяғында сығыш яһаған тағы дүрт хоккейсыға ышаныс белдерҙе. «Салауат Юлаев»тан Шакир Мөхәмәҙуллин, Родион Әмиров һәм Даниил Башкиров та улар араһында бар.
Чемпионат башланғансы, беҙҙең үҫмерҙәр 22 һәм 24 декабрҙә Словакия һәм Канада уйынсылары менән ике дуҫтарса осрашыу уҙғарасаҡ. Беренселк 25 декабрҙә башланып, Рәсәй уйынсылары үҙ төркөмөндә АҠШ, Швеция, Австрия һәм Чехия менән уйнаясаҡ.
Фото: ТАСС.
Читайте нас