Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Шуларҙың 756-һы дауаханала ята, 642 пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана, 25 кеше реанимация бүлегенә күсерелгән, 12 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. Үлем осрағы әлегә шул 100 кимәлендә ҡала. Уҙған аҙнала 106 кеше һауығып дауаханан сыҡҡан.
Максим Забелин белдереүенсә, әлеге ваҡытта коронавирус менән ауырыусылар өсөн 6400 койка-урын булдырылған. Уларҙың 74 процентын ауырыуҙар биләй. Бөтә дауаханалар ҙа етәрлек кимәлдә дарыуҙар һәм кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ өйҙә дауаланыусы ауырыуҙарға дарыуҙар таратыу ҙа дауам итә.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры республикала күпләп ковидҡа тикшереү үткәрелеүен әйтеп үтте. Бының өсөн 25 лаборатория эшләй, тәүлегшенә яҡынса 11 мең тикшереү үткәрелә.