Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Декабрь 2020, 10:30

Быйыл төп республика шыршыһы үткәрелмәйәсәк

Сәбәбе билдәле - ҡороғорвирус пандемияһы. Республика Башлығы шыршыһы байрамы булмаясаҡ тип бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Алдағы йылдарҙа декабрь аҙағында Өфөлә ойошторолған төп Яңы йыл иртәлегенә бер республиканан 800-ләп бала йыйыла торған ине. Улар - уҡыу отличниктары, олимпиада-ярыштарҙа еңеүселәр, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм хәрбиҙәрҙең, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар.

Быйыл байрамға килергә тейеншле малай-ҡыҙҙарға БР Башлығы исеменән Яңы йыл күстәнәстәре таратыласаҡ.

Фото: Т.Аманов

Читайте нас