Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Декабрь 2020, 08:52

Өфөлә тағы бер үҫмер ҡыҙ юғалған

Аида Исхаҡованан 9 декабрҙән алып хәбәр юҡ.

Башҡортостанда 15 йәшлек Аида Исхаҡованы эҙләйҙәр. Был хаҡта Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Билдәле булыуынса, Аида 9 декабрҙә Өфө шоссеһы урамында урынлашҡан йортонан 9 декабрҙә үк сыҡҡан һәм ҡайтмаған.
Тышҡы ҡиәфәте: уртаса кәүҙәле, һары бөҙрә сәсе яурынына тиклем төшөп тора.
Юғалған көндө уның өҫтөндә ҡара дубленка, һоро джинсы салбар, ҡара ботинкалар, һоро баш кейеме булған.
Әгәр ҙә Аида Исхаҡованың ҡайҙалығын белеүселәр булһа, 02, 020, 002, 102 берҙәм номерын йәки 8-917-793-55-37 һандарын йыйып хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә шулай уҡ 16 йәшлек Нурия Христофорованы ла эҙләйҙәр.
Фото: pixabay.com
Читайте нас