Әҙәм балаһы элек-электән кеше йәненең булыу-булмауы тураһында баш ватҡан. Был йәһәттән ғалимдар күп тапҡыр тикшеренеүҙәр үткәргән, ҡайһы берҙәре кеше йәненең күсеп йөрөүен, «реинкарнация» кеүек сәйер күренештең барлығын раҫлаған. Мәҫәлән, белгестәр йәндең уртаса ауырлығы 22 грамм тартыуын иҫбатлаҫан. Үлгән мәлдә кешенең тәне нәҡ ошо саҡлымға еңеләйеүен, 22 грамм юғалтыуын йәндең тәнде ҡалдырыуы тип аңлата улар. Төньяҡ Каролина университеты профессоры Роберт Ланца “биоцентризм” теорияһына ярашлы, кеше үлгәндән һуң йән параллель донъяға күсә тигән фекерҙе еткерә. Психологтар реинкарнацияны тикшереү өсөн, гипноз методын ҡуллана, был хәлдә кеше төпкөл аңдан сыҡҡан уйҙарын, үткән тормошта булған ваҡиғаларын һөйләй. Улар иҫбатлауынса, тап төпкөл аңда беҙҙең йәндең мәғлүмәттәре һаҡлана.
Был уйҙырмамы, әллә ысынбарлыҡмы? Сирек быуат самаһы элек Башҡортостанда булған тарихты уҡығас, уйланырға урын бар, тип әйтергә мөмкин.
Был сәйер хәл 1995 йылда Баҡалы районы ауылдарының береһендә була. Зөлфиә һәм Вәсил Шәймөхәмәтовтарҙың ҡыҙы тыуғас, шатлыҡтарының сиге булмай. Атай менән әсәй көтөп алынған бер бөртөк ҡыҙына, яратып, Эльвира тип исем ҡуша. Кескәй ҡыҙ, өс йәш тулғас, ата-әсәһе менән аралашмаҫ булып китә. Һәм бер көндө көтмәгәндә Эльвира, һеҙ минең атай-әсәйем түгел, тип әйтеп һала. Мин был йортта түгел, Ҡаҙағстандағы бер ҙур ҡалала йәшәйем, тип аптырата. Был ваҡиғаны бөгөнгәсә энәһенән-ебенә тиклем өйрәнгән «Комсомолькая правда» гәзите хәбәрселәре еткерә.
– Ҡыҙыбыҙ шаярталыр, тип уйланыҡ тәүҙә, – тип һөйләй әсәһе. – Әммә бер туҡтауһыҙ шул хаҡта һөйләп, ысынлап тороп ваҡиғаның барлыҡ деталдәрен һүрәтләй башлағас, ҡурҡыуға ҡалдыҡ. Өс йәшлек сабый был хаҡта ҡайҙан белһен?! Эльвира Алма-Ата ҡалаһында йәшәүе, үҙенең ике яҡтан үрел гән ҡара толомдары тураһында һөйләй. Атаһының ҡыҙыл төҫтәге «Москвич» машинаһы барлығын һәм шуға ултырып, операциянан һуң дауаханала ятҡан әсәһенә йөрөүҙәре хаҡында бәйән итә. Шул мәлдә Эльвира үҙен икенсе исем менән, Байрам, тип атай башлай.
Шәймөхәмәтовтар өс йыл тирәһе ҡыҙының сәйер ҡылыҡтары менән көрәшә. Тәүҙә ҡыҙҙары менән ныҡлап һөйләшеп ҡарайҙар, табиптарға алып йөрөйҙәр (әйткәндәй, баланың психик яҡтан һау-сәләмәт булыуы асыҡлана) – әммә Эльвира үҙ һүҙендә ныҡ тора: ул ситтән килгән, һәм бөттө! Хатта тағы ла бер тарихты һөйләр булып китә, йәнәһе лә, уларҙың күршеһен машина тапап үлтергән.
– Үҙебеҙ аҡылдан яҙмайбыҙмы тип, артабан асыҡларға булдыҡ. Мин Алма-Аталағы гәзиттәрҙең береһенә ҡыҙыбыҙ һөйләгән һүҙҙәрҙе теркәп, хат яҙып ебәрҙем. Ҡыҙыл төҫтәге «Москвич»ы һәм Байрам исемле ҡыҙы булған ғаилә бармы һеҙҙә?
Хатты баҫтыралар. Ә бер нисә аҙна үткәс, Шәймөхәмәтовтарға Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар килеп төшә. Эльвира билдәһеҙ ир менән ҡатынға «Атай! Әсәй!» тигән һүҙҙәр менән ҡаршы йүгерә.
– Һаумыһығыҙ! Беҙ Байрам дың ата-әсәһе. Ул алты йыл элек мәрхүм булғайны...
Баҡтиһәң, Эльвира тыуырҙан ярты йыл алда Алма-Атала йәшәүсе ғаиләнең ҡыҙы вафат була. Алыҫтан килгән ҡунаҡтар – Муса һәм Хәлиҙә Абдрахма нов тар хужаларға ҡот осҡос ҡайғы кисереүҙәре хаҡында һөйләй. Уларҙың 14 йәшлек ҡыҙы һау-сәләмәт була, уҡыуҙа һынатмай. Әммә бер көн ул физик культура дәресендә хәле бөтөп ҡолай һәм шунда уҡ йән бирә. Атай менән әсәй был ҡот осҡос ҡайғыны һис кенә лә ҡабул итергә теләмәй. Хатта тәүге ярты йылда атаһы ҡыҙының ҡәбере янында ҡыуыш ҡороп, шунда йоҡлап йөрөй. Уларҙың ҡыҙының исеме лә документ буйынса Эльвира була, ә өйҙә уны Байрам тип йөрөтәләр. Сабый мосолман байрамында тыуғанға күрә шулай атайҙар.
Шәймөхәмәтовтарҙың ҡыҙы һөйләгән барлыҡ мәғлүмәт раҫлана – ҡыҙыл «Москвич», сәс толомдары һәм күршеһенең аварияла һәләк булыуы. Барыһы ла... Абдрахмановтар һөйләүенсә, ҡыҙҙарҙың ғәҙәттәре лә тап килә хатта. Муса ҡыҙҙы күтәреп алғанда ул ирҙең ҡолаҡтарынан тотоп ала.
– Ҡыҙым да мине шулай ҡаршылай торғайны, – тип илай Муса.
Эльвираның Алма-Атанан килгән «ата-әсәһе» Шәймөхәмәтовтарҙа бер нисә көн булып ҡайтып китә. Улар ҡайтҡандан һуң ҡыҙҙы алмаштырып ҡуялармы ни – ул тыныслана төшә.
Бөгөн Эльвира юғары уҡыу йортон, сит телдәр факультетын тамамлаған, һау-сәләмәт.
– Беҙҙең аҡыллыбыҙ бит ул! Тәржемәсегә уҡып сыҡты. Бик һәләтле, – ти әсәһе Зөлфиә. – Теге хәлдәрҙән һуң дингә тартылды, ислам һәм буддизмды өйрәнде. Беҙҙе лә намаҙға баҫырға өндәй, төрлө аҡыллы китаптар алып ҡайтып бирә.
Ышанырғамы, юҡмы? Ғалимдар белдереүенсә, һәр кем бы ны үҙе хәл итә. Сөнки ошоноң кеүек ваҡиғаларҙың күбеһе раҫҡа сыҡҡан. Башҡортостанда булған хәлгә ҡарата Будда динен өйрәнеүсе белгес шулай тип белдергән: «Әҙәм йәненең икенсе кешегә күсеүе – тәбиғи процесс. Сөнки кеше йәшәй килә уның тәне ҡабат-ҡабат үҙгәреш кисерә. Эльвираның төпкөл аңында булған хәтере
яңыра башлаған. Төпкөл хәтер, тип атала ул». Һуңғы 20 йылда кешелек донъяһы шаҡтай үҫеш кисерҙе, заманса технологиялар барлыҡҡа килде, ғалимдар яңынан-яңы фәнни асыштар яһай. Әммә ошондай йәшәү-үлемгә бәйле һорауҙар алдында беҙ бөтөнләй көсһөҙбөҙ...
Мираҫ ЙӘНГИЛДИН.
*Исемдәр үҙгәртеп алынды.