I урын – Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы);
II урын – Зәлиә Шаһыбалова (Өфө ҡалаһы) һәм Ризуан Рәхмәтов (Әбйәлил районының Асҡар ауылы);
III урын – Исҡужин Варис (Мәскәү ҡалаһы), Эльвира Дәүләтбирҙина ( Өфө ҡалаһы) һәм Айзилә Үтәбаева (Әбйәлил районының Рәхмәт ауылы).
Шулай уҡ номинациялар еңеүселәре билдәләнде. «Иң күп башҡорт вайны төшөрөүселәр» – Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы) һәм Зәлиә Шаһибалова (Өфө ҡалаһы). «Иң популяр вайн авторы» – Әлзирә Заһиҙуллина (3898 ҡарау), «Иң күп лайыҡ йыйыусы – Ризуан Рәхмәтов (Әбйәлил районының Асҡар ауылы), «Иң ижади вайн» – Алтынсура Ғарипов (Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылы), «Иң сифатлы монтаж эшләүсе» – Азамат Мөхәмәтйәнов (Владивосток ҡалаһы).
«Иң яҡшы электрон асылма (открытка) авторы» конкурсы:
I урын – Минзәлә Вәлшина (Салауат районының Көҫөпәй ауылы);
II урын – Нәйлә Мөхәмәтйәрова (Сибай ҡалаһы) һәм Рәзилә Мәғәфүрова (Алтай крайы);
III урын – Гөлзифа Тотманова (Сибай ҡалаһы), Зилә Кәримова (Йылайыр районы) һәм Лариса Ғәйнетдинова (Салауат районы Малаяҙ ауылы).
«Иң сифатлы асылма» – Ильяс Тимербулатов (Сибай ҡалаһы), «Иң күп асылма эшләүсе» – Илүзә Янбаева (Өфө ҡалаһы), «Иң күп лайыҡ йыйыусы» – Зилә Кәримова (Йылайыр районы), «Иң оригиналь асылма» номинацияһында Салауат Йоносов бүләкләнде.
«Иң популяр башҡорт блогеры» номинацияһында Айгиз Аҫылбәков еңеп сыҡты.
«Иң яҡшы социаль ролик» конкурсы:
I урын – Эльнара Фәйзуллина;
II урын – Лилиә Яҡшыдәүләтова;
III урын – Азамат Мөхәмәтйәнов.
"Тамашасы һөйөүе" номинацияһында 1169 тауыш менән Наҙгөл Хөсәйенова еңеүсе тип табылды.
Еңеүселәргә һәм призлы урын яулаусыларға Iphone, ноутбук һәм планшет кеүек затлы бүләктәр тапшырылды.
Фото: сара барышынан скриншот.