Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2020, 13:31

Йылдың иң романтик ваҡиғаһы

Спортсы Артур Зөлҡәрнәев һөйгән ҡыҙына донъя чемпионатында тәҡдим яһаны.

Йөҙләгән кеше – билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатының бүләкләү тантанаһында ҡатнашыусылар – тулҡынландырғыс мәл шаһиттары булды. Артур букет тотоп пьедестал янына сыҡты һәм һөйгәненә уның ҡатыны булырға һәм артабан тормош юлы буйлап бергә барырға тәҡдим итте. Тамашасылар уны дәррәү алҡышлап ҡаршы алды. Ҡыҙ ризалығын белдерҙе.
Башҡортостан спортсылары Ҡазанда үткән чемпионаттан алты миҙал яулап ҡайтып килә. Октябрь айында ғына Ҡыйғы егете Артур Зөлҡәрнәев донъя чемпионы титулын яҡлап уңышлы сығыш яһағайны. Әлеге үткән ярышта 52 килограмм категорияһында уның яратҡан ҡыҙы Камилла Елисеева алтын миҙал яуланы.
Шулай уҡ Дмитрий Балянов (100 килограмм) алтын, Алена Фәтихова (52 килограмм), Ләйлә Баҙамшина (66 килограмм), Илнар Сәлимйәнов (68 килограмм) көмөш һәм Евгений Зиязов (68 килограмм) бронза миҙалдар яуланы.
Спортсыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә яңынан-яңы еңеүҙәр көтөп торһон!
Фото-видео: Т. Аманов.
Читайте нас