Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Декабрь 2020, 10:35

Сочник

Ял көндәрендә тәмлекәстәр бешереп, яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ.



Ҡамыр өсөн: 1 ҡап маргарин, 3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр ҡомо, 2/4 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс һәм самалап тоҙ.
Эслек өсөн: эремсек, шәкәр, 1 йомортҡа.
Был ингредиенттарҙан ҡамыр баҫып, йәйергә һәм түңәрәк формалар менән ҡырҡырға. Һәр түңәрәктең эсенә эслек һалып, ярымтүңәрәк итеп бөкләргә. Килеп сыҡҡан сочниктарҙы майлы табаға һалып, 200 градуста 20 минут самаһы бешерергә.
Фото:rusnatcult.ru
Читайте нас